Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән һайлауҙарҙа йәрминкә эшләне һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам тупланды, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий”. 15-се мәктәп бинаһында барған һайлауҙарҙа “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһенең эшләүе халыҡ өсөн бик уңайлы булды. Һайлаусылар ғаиләләре менән килеп, йәшелсә, еләк-емеш, кондитер изделиелары һатып алды. Көҙгө йәрминкәләр стәрлетамаҡтарҙа электән ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Һәр кем һайлауҙарҙы күңелле байрамға әүерелдергән ойоштороусыларға рәхмәт белдереп таралышты. Фото: https://srgazeta.ru/articles/novosti-sterlitamaka/2024-09-07/na-vyborah-v-sterlitamake-rabotaet-yarmarka-i-idyot-sbor-pomoschi-boytsam-svo-3917744