Отпускаға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе. Һайлау участкаһында яҡташтарын - яугирҙәрҙе ихлас күңелдән, шатланып ҡаршы алдылар. “Мышь” Ҡораллы көстәр сафына мобилизация сиктәрендә саҡырыла. “Комета” - профессиональ хәрби, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ҡатнаша. Ул Рязань ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәре юғары хәрби училищеһын тамамлаған, Сүриәлә хәрби бурыстар үтәгән. Ике йылдан ашыу Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаһалар ҙа, еҙнәһе менән ҡәйнеш бер тапҡыр ҙа осрашмаған, сөнки төрлө йүнәлештәге бурыстарҙы үтәгән. “Мышь” әйтеүенсә, һайлауҙа ҡатнашыу уларҙың ғаилә традицияһына әйләнгән, ә уның ҡатыны Кристина участка һайлау комиссияһы составына ингән. - Һәр кем үҙ тауышын кем өсөн бирергә икәнен үҙе хәл итә. Тыуған ауылымды, районымды йәки республикамды һайларға кәрәк булғанда, өйҙә ҡалыу ярамай. Мин бөгөн юлдар һәм мәктәптәр төҙөү, медицина ярҙамы күрһәтеү, ике баламдың киләсәге өсөн тауыш бирҙем, ә бының өсөн һайлауҙарға йөрөргә кәрәк, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты "Комета". Яугир әйтеүенсә, кешеләр алдында һәр ваҡыт дилемма тыуа: кем менән дуҫлашырға, ниндәй эш һайларға, Ватанды һаҡларға йә ҡурҡып сит илгә ҡасырға. “Мин үҙ күҙҙәрем менән битараф тынлыҡтың ни менән бөтөүен күрҙем. Шуға ла республика яҙмышы хәл ителгәндә һайлау участкаһына килдем. Республика Башлығын һайлауҙа берҙәмлек күрһәтеү мөһим”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Комета”.