Борай районының Бигәнәй ауылында йәшәгән ирле-ҡатынлы фермерҙар Лариса Вәлиева һәм Динарик Шакиров бөгөн республика етәксеһен һайлауҙа ҡатнашты. Бер ғаиләлә ике фермер хужалығын арымай-талмай алып барған был уңған, тынғыһыҙ эшсәндәр йәмәғәт тормошонда ла әүҙемдәр. Хужалыҡ эшенән тыш, район, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр. –Республика кимәлендәге бындай сәйәси ваҡиғала ҡатнашмай ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Беҙ бит төбәк етәксеһен генә түгел, ә балаларабыҙ яҙмышын, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, – тип иҫәпләй фермер Динарик Нәзир улы Шакиров. Фото: https://vk.com/gazetaalga #выборы2024 #выбираемГлаву #Башкортостан