Өфө янындағы "Йәштәр" һәм "Миловка паркы" торлаҡ комплекстарында йәшәүсе халыҡ һайлауҙа "Гармония" мәктәбендә урынлашҡан 3548-се участкала ҡатнаша. Микрорайонда балалы ғаиләләр күп. Кисә, һайлау бүлексәһе асылыу менән, халыҡ дәррәү килә башланы. Бында йәшәүселәрҙең күп өлөшөн йәштәр тәшкил иткәнгә күрә, күбеһе иртә менән, эшкә барырҙан алда үҙенең һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырырға булған. Бүлексә вәкилдәре әйтеүенсә, халыҡтың күпселеге бурысын, шулай итеп, һайлауҙың беренсе көнөндә үк атҡарып ҡуйған. Һайлау участкаһында, башҡа ерҙәге кеүек үк, йәмәғәт күҙәтеүселәре бар. Шуларҙың береһе – Людмила Жирова менән әңгәмәләшеп алдыҡ. – Беренсе көндә, һайлау участкаһы асылыу менән, бик күп кеше килде. Тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп ине. Улар араһында Башҡортостандың мәғариф профсоюзы юрисы Станислав Яруллиндың ғаиләһе лә булды. Бүлексә бик иркен, һайлау буйынса бөтә мәғлүмәт тә урынлаштырылған, төрлө партия вәкилдәре булған йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй. Һайлау тыныс, эшлекле шарттарҙа