Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шағирә үҙе лә, ҡыҙы ла тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн шағирә, журналист, оҫта ҡуллы һөнәрмән, "Тамаша" журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова тыуған көнөн билдәләй. Күптәр уны төрлө кейемгә милли стилдә биҙәк һалыу оҫтаһы булараҡ та яҡшы белә. Билдәле артистарға үҙенсәлекле сәхнә костюмдары ла биҙәп бирә оҫта ҡуллы ханым. Миләүшә апай өсөн 7 сентябрь - икеләтә байрам, сөнки тап ошо көндә ул ҡыҙы Нурияға әсәй булған. Нурия бөгөн 20 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Әсәһе кеүек ул да оҫта ҡуллы, һүрәт төшөрөүгә маһир, һәр яҡлап уңған, бер һүҙ менән әйткәндә, әсәһенең - уң ҡулы, ҙур ярҙамсыһы. Миләүшә Сәлим ҡыҙы менән Нурия бөгөн үҙҙәренең һайлау участкаһына барып, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Улар тыуған көн тәьҫораттары, һайлау участкаһында ойошторолған кескәй ҡотлау сараһы тураһында беҙгә лә һөйләне. - Телефонға ҡотлау сәләмдәре төнгө 12 тулыу менән килә башланы. Бөгөнгө көн шундай матур ҡотлауҙар, изге теләктәр, бүләктәр тәьҫирендә үтеп бара. Ҡыҙым менән Һайлау участкаһына барып ингәс, бөгөн тыуған көнөбөҙ икәнде белеп, ихлас күңелдән ҡотланылар, бүләктәр тапшырҙылар. Ҡыҙым, йәш кеше булараҡ, иғтибар үҙәгендә булыуҙан тартынып та ҡуйҙы. Ә мин, уның юбилейы булғанға күрә, бөгөн төп иғтибарымды уға бүлергә тырышам, - тине Миләүшә ханым. Миләүшә Сәлим ҡыҙын һәм Нурияны беҙ ҙә тыуған көндәре менән ихлас ҡотлап, уңыштар, һаулыҡ, бәхет, илһамлы ижад теләйбеҙ! Фото: М. Ҡыҙрасованың шәхси альбомынан.