Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың һайлау штабы вәкилдәре кампания барышы хаҡында һөйләне. Брифинг йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үтте. – Мин бөгөн үк тауыш бирҙем. Хәл тыныс, байрамса. Кешеләр әүҙем бара, бөтә ғаиләләре менән тауыш бирә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам ойошторолған – улар үҙҙәренең тауарҙарын һата, – тип билдәләне “Яңы кешеләр” партияһының төбәк бүлексәһе советы секретары Руслан Дәүләтшин. – Кешеләрҙең “Рәхмәт-2024” акцияһы барышында нисек ҡиммәтле бүләктәр отҡанын уҡыйбыҙ. Дөйөм алғанда, барыһы ла ыңғай баһалана. КПРФ-тан Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Артур Шәйнуров 2024 йылды кешеләр ил Президентын һәм республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашҡан сағыу сәйәси ваҡиғалар йылы тип атаны. – Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашыбыҙҙы үҙгәртте, беҙ ысын ҡиммәттәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башланыҡ. Ил яҙмышы һәр тауышҡа бәйле булһа, кешеләр үҙҙәренең яуаплылығын тойҙо, – тине Артур Шәйнуров. – Һайлауға иртәгә ҡатыным менән барам, балалар Мәскәүҙә тулы хоҡуҡлы вәкиллек бинаһында тауыш бирәсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың ышаныслы кешеһе Ильяс Батыргәрәев һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. – Мин тауыш бирергә ҡыҙым менән барҙым, участка урынлашҡан мәктәп балалар баҡсаһы янында урынлашҡан, һәм беҙ ҡыҙым менән иртәнге 8-се 15 минутта унда инек. Участкала байрам мөхите, миңә хатта, һайлағанда, ҡыҙымды ҡарарға ярҙам иттеләр, – тине Ильяс Батыргәрәев. – Бөтә райондарҙа ла хәлдәр һәйбәт, һуңғы биш йылда халыҡ һайлауҙың байрам булыуына өйрәнде. Вәкилдәр әйтеүенсә, һәр участкала бик күп күҙәтеүселәр эшләй. Был ваҡытҡа етешһеҙлектәр, закон боҙоуҙар теркәлмәгән. Фото: Башинформ.