Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлауҙың икенсе көнө тамамланды

Тап әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары ла ябылды. Шулай итеп, тауыш биреүҙең икенсе көнө тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы быйыл өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлай. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла. Һайлауҙы әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә. Бер комиссия Мәскәүҙә төҙөлгән. Һайлауҙы төрлө сәйәси партиялар, урындағы үҙидара органдары, һайлаусылар йыйылыштары тәҡдим иткән 28 меңләп һайлау комиссияһы ағзаһы уҙғара. Әлегә бөгөнгө көндөң һуңғы һандары эшкәртелеп бөтмәгән. 15 сәғәттәге мәғлүмәттәр буйынса, участкаларға килеүселәр һаны 42 проценттан ашҡан ине. Һайлау участкалары өс көн буйына иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Әгәр алдағы ике көндә гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәп өлгөрмәһәгеҙ, иртәгә тағы бер көн бар. Әйткәндәй, иртәгә, йәкшәмбе көнө һайлаусылар элекке йолаға ярашлы, әүҙемерәк булыр тип көтөлә. Белгестәр, өлкән йәштәгеләр күберәк килер тип көтә. Фото: Үҙәк һайлау комиссияһы сайты.