Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мамыҡ үҫмәһә лә, Ташкент бар!

Тәтешле районында ғәҙәти булмаған атамалы ауыл бар – Ташкент тиҙәр уны. Был атаманың сығышы тураһында версиялар етерлек. Береһенең буйынса, имеш, аслыҡ йылдарында Үзбәкстанға сығып китеп, аҙаҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ир туҡлыҡлы йылдарына хөрмәт йөҙөнән шундай атама биргән.Икенсеһе йылғала таштың күп булыуы менән бәйләнгән. Ташкент ауылы ҙур түгел, уның һайлаусылары Борғонбаш ауылындағы һайлау участкаһына теркәлгән.Бында күберәк өлкән йәштәгеләр йәшәй. Шуға күрә һайлау участка комиссияһы ағзалары уларға тауыш биреү күсмә йәшниктәр менән килә. Бөгөн дә улар Ташкентта. Беренсе булып улар хеҙмәт ветерандары Әҙибә һәм Мәғәфүрйән Гәрәевтарға инде. Өлкәндәр ҡунаҡтарҙы көтөп алған, үҙҙәрен иҫкә алып, гражданлыҡ бурыстарын үтәргә мөмкинлек тыуҙырғандары өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Фото: https://vk.com/tatvestnik т

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц