Республиканың дини лидерҙары Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе. Мәҫәлән, Юғары мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Өфө районының Зубов ауылында тауыш бирҙе. Ул һайлауҙа ҡатнашыу гражданлыҡ хоҡуғы ғына түгел, ә һәр кемдең изге бурысы, тип иҫәпләй. – Кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан да һайлау хоҡуғы бирелгән, Рәсәй Конституцияһы менән гарантиялана. Беҙ законлы тәртип, тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ өсөн тауыш бирәбеҙ, – тип белдерҙе Тәлғәт Тажетдин. Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон, үҙенең һайлауын яһап, тап ихтыяр белдереү кешенең өлгөрөүен күрһәтә, тип билдәләне. – Сиркәү дәүләттән айырылған, әммә кешеләрҙән түгел. Беҙ, ҙур һәм яратҡан илебеҙ халҡы булараҡ, ошо көндәрҙә илдең һайлау участкаһында булырға һәм республикабыҙ етәкселегендә күрергә теләгән кандидат өсөн тауыш бирергә тейешбеҙ, – тип билдәләне ул. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин дә Өфөләге 238-се һайлау участкаһына килде. Дин әһеле, исламда кешенең әүҙем тормошҡа ҡарашы һәр яҡлап хуплана, - тип иҫәпләй. – Исламда кешенең әүҙем тормошҡа ҡарашы һәр яҡлап хуплана. Кешеләр социаль әүҙем булырға тейеш, айырыуса һүҙ ижтимағи һәм сәйәси эштәр тураһында барғанда. Беҙ, иманлы кешеләр булараҡ, был мөмкинлектән файҙаланырға бурыслыбыҙ, - тине ул. 109-сы участкала республиканың баш раввины Дан Кричевский тауыш бирҙе. Ул бөтәһен дә ошо көндәрҙә килеп, һайлау яһарға саҡырҙы. – Бөгөн яҡшы кәйеф, яҡшы һауа торошо, барыһын да һайлауҙарға килергә һәм элекке кеүек кенә түгел, ә яҡшыраҡ булһын өсөн тауыш бирергә саҡырам, - ти ул. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Баишинформ” агентлығы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан