“Рәхмәт” республика акцияһының рахмат102.рф сайты DDoS-һөжүмгә дусар ителгән. 64 ил хакерҙарының IP-адрестарынан өҙлөкһөҙ һөжүм итеү теркәлгән. Һөжүм итеүҙең иң юғары проценты Франциянан, Германиянан, Нидерландтарҙан, Бөйөк Британиянан, Швециянан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Польшанан, Чехиянан, Даниянан, Канаданан, Финляндиянан. Бер үк ваҡытта порталға 750 000 ашыу шикле запрос килә. Сайт админдары шикле трафиктың ҙур күләмдә булыуын көндөҙгө 1 тула 20 минуттан 3-сө яртыға тиклем теркәгән. Шуны билдәләп үтәйек: сайт көсөргәнеште күтәрә һәм эшләүен дауам итә, әммә тиҙлек кәметелгән. Ойоштороусылар теркәлеү өсөн өҫтәмә форма уйлап тапҡан, уны республиканың бөтә халҡы ла файҙалана ала: https://forms.yandex.ru/u/66cdcb7b068ff011c04ffbec/