“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты, сәйәсәт фәндәре кандидаты Артур Сөләймәнов килде һәм республикала һайлауҙар барышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Политолог белдереүенсә, Башҡортостанда тауыш биреү уңайлы, конструктив һәм изгелекле мөхиттә үтә. – Мин социаль селтәрҙәргә мониторинг үткәрҙем һәм ҡыҙыҡлы тенденцияға иғтибар иттем: кешеләр һайлауға ҙур ғаиләләре менән килә. Күренеп тора, был социаль заказ түгел, ә кешеләр үҙ теләктәре менән бара. Быны граждандарҙың сәйәси мәҙәниәте үҫеүе тип иҫәпләйем, – тине ул. Артур Сөләймәнов кешеләрҙең һайлауға килеү кимәле юғары булыр тип иҫәпләй. Уның фекере буйынса, һандар 70 процентҡа етәсәк һәм артығыраҡ та булыуы ихтимал. Был һандар һайлауҙың өс көн дауам итеүе арҡаһында килеп сыға. – Тауыш биреү – мөһим, алдағы биш йылға яҙмышты хәл иткән ваҡиғаға әйләнә. Быны барыһы ла яҡшы аңлай. Һәм һайлауҙың өс көнгә күсеүе лә бик яҡшы тенденция. Альберт Заһиров фотоһы.