Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Махсус хәрби операция һайлауға йоғонто яһаймы?

Юридик фәндәр кандидаты, хоҡуҡ институты кафедраһы доценты, 100 меңлек аудиторияһы булған блогер Игорь Кузнецов махсус хәрби операцияның һайлауҙарға йоғонтоһо һәм “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы фейкты фашлау тураһында һөйләне. Махсус хәрби операция башланғас, Рәсәй халҡы күберәк уҡый, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башланы, сөнки кешеләр нимә булғанын һәм сәбәбен асыҡларға тырыша, тип билдәләне эксперт. – Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барып, Көнбайыш бер нимәне иҫәпкә алманы. Беҙҙең менталитетта “Беҙҙекеләрҙе туҡмайҙар” тигән төшөнсә бар. Бындай хәлдә беҙ уйланмайынса үҙебеҙҙекеләрҙе ҡотҡарырға йүгерәбеҙ. Шуға күрә илгә ҡаршы санкциялар беҙҙе ил етәкселеге тирәләй тупланы ғына. Бынан тыш, Рәсәйҙә сәйәсмәндәрҙең яңы класы формалаша башланы ла инде, – тип иҫәпләй Игорь Кузнецов. Юрист шулай уҡ кисә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанда боҙолған бюллетендәр тураһындағы мәғлүмәткә аңлатма бирҙе. – Был ялған, өҫтәүенә тупаҫ эшләнгән, әгәр был фотоларҙы ҙурайтһаҡ,

Юридик фәндәр кандидаты, хоҡуҡ институты кафедраһы доценты, 100 меңлек аудиторияһы булған блогер Игорь Кузнецов махсус хәрби операцияның һайлауҙарға йоғонтоһо һәм “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы фейкты фашлау тураһында һөйләне. Махсус хәрби операция башланғас, Рәсәй халҡы күберәк уҡый, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башланы, сөнки кешеләр нимә булғанын һәм сәбәбен асыҡларға тырыша, тип билдәләне эксперт. – Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт алып барып, Көнбайыш бер нимәне иҫәпкә алманы. Беҙҙең менталитетта “Беҙҙекеләрҙе туҡмайҙар” тигән төшөнсә бар. Бындай хәлдә беҙ уйланмайынса үҙебеҙҙекеләрҙе ҡотҡарырға йүгерәбеҙ. Шуға күрә илгә ҡаршы санкциялар беҙҙе ил етәкселеге тирәләй тупланы ғына. Бынан тыш, Рәсәйҙә сәйәсмәндәрҙең яңы класы формалаша башланы ла инде, – тип иҫәпләй Игорь Кузнецов. Юрист шулай уҡ кисә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанда боҙолған бюллетендәр тураһындағы мәғлүмәткә аңлатма бирҙе. – Был ялған, өҫтәүенә тупаҫ эшләнгән, әгәр был фотоларҙы ҙурайтһаҡ, бюллетендәрҙә 2013 йыл датаһы булыуын күрәбеҙ. Кем быны эшләй? Ҡайһы бер кешеләр, билдәле, аҡсаға. Был алдан әҙерләнгән акция, бындай эштәр менән ғәҙәттә Украинаның Мәғлүмәт-психологик операциялар үҙәге шөғөлләнә, – тип белдерҙе эксперт. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан