Ауырғазы районы Марс ауылының иң өлкән кешеһенә - 87 йәш. Һайлау участкаһы Кәлсербуран ауылының мәктәбендә урынлашҡан. Унда барып һайлаусылар ҙа бар, шулай ҙа күп "марсиан"ға һайлау өйҙәренә "килә". Ауырғазы районынан коллегабыҙ, район гәзите хәбәрсеһе Рәүилә Барҙыбаева марстарҙың һайлауҙа нисек ҡатнашҡанын хәбәр итте. Марстар һайлау комиссияһын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Иң өлкән “марсиан” Миңнислам Өмөтбаевҡа – 87 йәш. Ул һайлауҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Үҙ йәшенә ҡарата Миңнислам олатай бик дәртле генә, күҙлекһеҙ уҡый, хатта машинала тәбиғәткә лә сығып әйләнә икән. Тик хәҙер инде Марстан ситкә сығып йөрөмәй. 82 йәшлек Ғилминур Ғәлиева ла эшһеҙ ултырмай. Үҙәк район китапханаһына йөрөй, сөнки уҡырға ярата, ваҡиғаларҙан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Иң әүҙем, дәртле “марсианка” – 78 йәшлек Хәлиҙә Ҡылысованың ишек алды сәскәгә күмелгән. Ейәне Закир ялға ҡайтып, йортҡа һыу үткәреү менән була. Хәлиҙә апай быға сикһеҙ шат. Ул да һайлауҙан ситтә тороп ҡалмай. – Марста йәшәһәк тә, Башҡортостан яҙмышына битараф түгелбеҙ, – тип шаярта ауыл халҡы. Рәүилә Барҙыбаева фотолары.