"Башҡортостан Башлығын Һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә юридик фәндәр кандидаты Елена Николаевна Босова журналистарға һайлау ҡануниәте тураһында һөйләп: "Был көндәрҙә республикала Башҡортостан Башлығын һайлау үтә, был мөһим ваҡиға, сөнки алдағы йылдарҙа төбәктең нисек үҫешеүе ошоға бәйле", - тине. – Беҙ әлеге ваҡытта Башҡоростан Башлығын ғына һайламайбыҙ, ә Рәсәй Федерацияһының Юғары парламентын формалаштырабыҙ – Федерация Советын. Һәр субъкттан ике вәкил буласаҡ. Башҡоростан Башлығы һайлаған саҡта өс кандидат сенатор вазифаһына бирелә. Ниңә өс? – Бер төп кандидат, икеһе резеврта, әгәр ҙә кемдер үҙ вәкәләттәрен үтәй алмаһа инде, - тине Елена Николаевна. Спикер сығышында "һайлау ваҡытында агитация алып барыу тыйыла, шулай уҡ һайлау участкаһынан 50 метр алыҫлыҡта бер ниндәй ҙә агитация материалы ҡуйылырға тейеш түгел" тине. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан
Юристар граждандарҙың һайлауҙа ҡатнашыуының мөһимлеген иҫкә төшөрҙө
7 сентября 20247 сен 2024
~1 мин