Илеш районынан 20 йәшлек БДАУ студенты Радмир Заһиҙуллин кисә төбәк башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе. Әлбиттә, егет “Рәхмәт” акцияһында ла ҡатнашҡан, әммә еңеүгә иҫәп тотмаған. – Һайлауға ата-әсәйем менән Иштирәк ауылында барҙым. Мин яуаплы граждан һәм һәр саҡ тауыш бирәм. Шылтыратып, отошта еңеүем тураһында хәбәр иткәс, ышанманым. Ысынында, мутлашыусылар шылтырата, тип уйлағайным. Ата-әсәйем дә тәүҙә ышанманы. Радмир квадроциклға бик шат. - Техника, һис шикһеҙ, хужалыҡта кәрәк буласаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: Радмирҙың квадроцикл менән идара итер өсөн танытмаһы бар, тимәк ул призды тәғәйенләнеше буйынса яҡын арала файҙалана аласаҡ. Йәш кеше университетта инженерлыҡҡа ғына уҡып ҡалмай, Өфөлә водитель дә булып эшләп өлгөрә. Сығанаҡ һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-09-07/v-bashkirii-student-agrarnogo-universiteta-vyigral-kvadrotsikl-na-aktsii-rahmat-3917687