Бөгөн, 7 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 2-лә республикала “Рәхмәт” акцияһының өсөнсө уйыны уҙҙы. Бөтәһе 40 еңеүсе билдәләнде. Уйынды бойондороҡһоҙ комиссия күҙәткән. Ойоштороусылар бәхетлеләргә шылтырата башлаған да инде. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан граждандар саң һурҙырғыс-роботтарға, планшеттарға, смартфондарға, аҡыллы колонкаларға, ноутбукка, велосипедтарға һәм башҡа бүләктәргә эйә булды. Саң һурҙырғыс роботтар Дүртөйлө, Туймазы, Ҡыйғы райондарында һәм Сибай, Өфө ҡалаларында йәшәүселәргә эләкте. Өс телевизор Хәйбулла, Ейәнсура райондары һәм Өфө еңеүселәре ҡулына тапшырыла. Смартфондарҙы Яңауыл районынан, Нефтекаманан һәм Өфөнән акцияла ҡатнашыусылар алды. Термпот алыу өсөн Балтас районынан һәм Өфөнән еңеүселәрҙе көтәләр. Аҡыллы колонкалар Дыуан, Яңауыл, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Шишмә, Краснокама, Ишембай, Бүздәк, Тәтешле райондарында, шулай уҡ Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә йәшәүселәргә тапшырылды. Уйнатылған велосипед Салауат еңеүсеһенә эләкте, ә төп бүләк – квадроцикл Өфө егетенә тапшырыла. 7 сентябрҙә киске сәғәт 8-ҙә дүртенсе уйын ойошторола, унда тағы ла 42 ҡиммәтле бүләк уйнатыла. Эфир “Алға-Патриот”тың “Бәйләнештә”ге, Телеграмдағы рәсми сәхифәләрендә, Rutube каналында күрһәтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк. Фото: акцияны ойоштороусыларҙан.