Бөгөн, 7 сентябрҙә, 20 сәғәттә “Рәхмәт” акцияһының дүртенсе отошо булды. Башҡортостанда йәшәгән 42 кеше ҡиммәтле бүләктәр отто. Мультиварканы Дүртөйлө районында йәшәүсе отто, ә ноутбук Кушнаренко районы еңеүсеһенә эләкте. Ике планшет Ҡырмыҫҡалы һәм Мишкә райондарына юлланасаҡ. Саң һурҙырғыс-роботтарға эйә булыусылар - Өфөлә, Шишмә, Бишбүләк, Ауырғазы райондарында һәм Нефтекамала йәшәйҙәр. Телевизорҙы Өфө кешеһе алып ҡайтасаҡ. Ун смартфондың хужаһы Бөрйән, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Ҡалтасы, Учалы, Бәләбәй, Саҡмағош, Октябрьский ҡалаһы, Салауат һәм Өфө еңеүселәре булды. Термопотты Ҡырмыҫҡалы һәм Учалы райондары вәкилдәре ала. Аҡыллы колонкалар Күгәрсен, Ҡыйғы, Белорет, Мәсетле, Ауырғазы райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай, Өфө һәм Октябрьский ҡалалары еңеүселәре ҡулына тапшырыла. Отошло билеттар тураһында мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында һәм “Алға-Патриот” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә табырға мөмкин. Бишенсе уйын иртәгә, 8 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Эфир “Алға-Патриот”тың “Бәйләнештә”, Телеграмда, Rutube каналындағы рәсми биттәрендә күрһәтелә. QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.