Найти тему
Башҡортостан гәзите

Булат ағайым шәп!

Һайлауҙың һәр көнө лә тамамланды сағыу ваҡиғаларға бай булды. Мәҫәлән, Йылайыр районының Япарһаҙ аулылынан Булат Исҡужин һайлау участкаһынан сыҡҡас, дәртле көйгә түҙмәйенсә тыпырлатып бейеп ебәргән. Уға эргәһендәге тағы ла бер ағай ҡушыла. Ошо турала видеояҙма Интернет киң таралыу алды. Әйткәндәй, Булат ағайҙың бейеүен халыҡ яратып ҡабул иткән – видеояҙма аҫтына матур һүҙҙәр яҙғандар. Мәҫәлән, Фирҙәүес Ғәлләмова: “Булат ағайым шәп! Элек беҙҙең ауылдан Үрге Ғәле ауылына һайлауға бортовой машинала флаг тағып, тейәлешеп, йырлап китә торғайнылар. Йырлап килеп төшөрҙәр ине лә, шунда уҡ бейей башларҙар ине. Беҙ, балалар, ҡыҙыҡ күреп ҡарар ине”, – тип йылы хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. Был яҙманы ҡарағас, башҡа "Беҙҙең Башҡортостанда ғына халыҡ шулай йырлап-бейеп һайлауға йөрөйҙөр ул", – тигән уй килә. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: Борис Мелкоедов