Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңылыҡтарҙы уҡығанда иғтибарлы булайыҡ

Башҡортостанда һайлау тыныс үтә, ә журналистар уны әүҙем яҡтырта. Был турала “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һөйләне. – Бөгөн һайлауҙың икенсе көнө, аккредитация үткән журналистар әүҙем эшләүен дауам итә. Баҫылған материалдар һаны бик ҙур, сифат та һәйбәт. Мәҫәлән, Туймазыла тауыш биргән “көмөш” ирекмән, Благовещендағы 90 йәшлек тауыш биреүсе бабай кеүек материалдар Яндекс.Топ-ҡа сыҡҡан. Күренеүенсә, кешеләр өлкән быуынға бәйле яңылыҡтарҙы яҡын күрә. Шулай уҡ һайлау көнөндә тыуған бәпес тураһындағы мәғлүмәт тә ҡыҙыҡ булды, – тине ул. Вәдүт Ғәйфулла улы әйтеүенсә, республикала 2300 самаһы журналист бар һәм уларҙың кәмендә яртыһы һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса эшләй. – Бында Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә генә өс көн дауамында 115 журналист эшләй. Шулай уҡ һәр ҡалала һәм районда һайлау участкаларында буласаҡтар. Хәбәрселәр ошондай форматта эшләп өйрәнгән һәм барлыҡ дөрөҫ һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ваҡытында уҡыусыларға еткереләсәк. Коллегаларҙан үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар көтөп ҡалабыҙ, – тине ул. Кире яңылыҡтарға килгәндә, рәсми матбуғат сараларында улар юҡ. Шул уҡ ваҡытта оппозиция баҫмаларында провокация осраҡтары килеп сыҡҡылай. Шуға күрә Вәдүт Исхаҡов халыҡты иғтибарлы булырға саҡырҙы. Динар Кәлимуллин фотоһы.