Балтас районының 1133-сө һайлау участкаһында иҫтәлекле ваҡиға булды: Богдан ауылында 50 йыл татыу ғүмер иткән Зәнфирә һәм Ғәйетхан Вәлиевтарҙы тәбрикләнеләр. Вәлиевтар йәштән үк "Фрунзе" хужалығында хеҙмәт юлын башлай, Ғәйетхан Мөғәллим улы - тракторсы, Зәнфирә Ғаяз ҡыҙы һауынсы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгәндәр, Зәнфирә Ғаяз ҡыҙы юғары наградаға - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ була. Хәҙерге көндә Вәлиевтар хаҡлы ялда. Улар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, 10 ейән-ейәнсәре һәм 5 бүлә-бүләсәре бар. Алтын туйҙарын билдәләгән матур парҙы тантаналы рәүештә 1133-сө һайлау участкаһында ҡотланылар һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлауын тапшырҙылар. "Хөрмәтле Ғәйетхан Мөғәллим улы һәм Зәнфирә Ғаяз ҡыҙы! Күркәм ваҡиға айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. 50 йыл бергә йәшәү - һеҙҙең ысын мөхәббәтегеҙҙе, ғаилә йолаларына тоғролоғоғоҙҙо иҫбатлау билдәһе ул", - тип яҙҙы Балта