Найти тему
Башҡортостан гәзите

5 килограм 900 грамм май бешкән!

Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәгән Рабиға апай Таһированың бешкән майы ҡояштай балҡып ята. "Районда, ауыл биләмәһендә ойошторолған сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем булған хужабикә тырышып донъя көтә. Уны белгән һәр кем тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Мал-тыуарын да көтә ул, баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емештәрҙең күп булыуы Рабиға апайҙың бар яҡтан да уңған булыуы тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә Рабиға апай рекорд ҡуйған. Ул бик тәмле генә һары майҙы бешеп, 5 килограм да 900 грамм итеп йомарлауға ирешкән. Бына шундай уңған да, тырыш та ханым ул, Рабиға апай! Афарин!"- тип хәбәр итә "Ауыл уттары" гәзите хәбәрсеһе Илфира Аҡҡужина. Ә һеҙҙең яҡтарҙа тағы ла күберәк май бешкән оҫтабикәләр бармы икән? Булһа, беҙгә лә хәбәр итегеҙ әле. Фото һәм текст сығанағы: "Ауыл уттары" гәзитенән.