Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра

РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирҙе. "Республикабыҙҙың рулендә кешеләр, йәштәр, төҙөкләндереү хаҡында уйлаған кеше торорға тейеш. Йәштәрҙе һайлауҙарға йөрөргә саҡырам. Был - бик яуаплы көн", - тине ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында. "Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күбеһе кеүек үк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнаштым. Гражданлыҡ бурысын һәр кем үтәй ала!" - тип яҙҙы халыҡ арисы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фотолар: "Башинформ" агентлығы һәм Ф. Ғафаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.