Бер йәшлек Аяз – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың улы. Бәләкәстең тормошоноң тәүге йылы илдәге мөһим ваҡиғаларға тура килгән: мартта – Рәсәй президентын, ошо көндәрҙә Башҡортостан башлығын һайлауға барған. – Беҙҙең һайлау бүлеге яңы төҙөлгән спорт комплексында урынлашҡан. Киләсәктә малайҙы ошонда бассейнға йөрөтөргә иҫәп. Донъялар имен торһон! – тип яҙған Айгиз Баймөхәмәтов социаль селтәрҙәге битләүендә. Ысынлап та, һайлауҙа ҡатнашыу – үҙеңдең һәм ғаиләңдең киләсәген билдәләү ысулы ул. Башҡортостан башлығын һайлау 6, 7, 8 сентябрҙә уҙа. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Фото: Айгиз Баймөхәмәтовтың социаль селтәрҙәге битләүенән.