Уңған хужабикәләр көҙгө уңыштарын ҡайҙа итергә белмәй аҙаплана икән, ҡышҡылыҡҡа борщ әҙерләп ҡуйығыҙ. Бының өсөн 1,5 кг сөгөлдөр менән 1,5 кг кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 0,8 стакан көнбағыш майында 15 минут ҡыҙҙырып алабыҙ.Артабан 1,5 кг помидорҙы һәм 1 кг боросто (кемгә борос тәме оҡшамай, ҡушмаҫҡа була) ит тарттырғыстан сығарып кәстрүлгә һалабыҙ.Шулай уҡ 0,5 кг һуған, 2-3 кг кәбеҫтә һәм 2 литр һыу өҫтәйбеҙ.Барыһын бергә ҡайнатып 5 минут үткәс, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе, 3 ҡалаҡ тоҙ, 10 балғалаҡ шәкәр ҡомо һалып, 30 минут талғын утта бешерәбеҙ.Әҙер борщты таҙа, парланған 1 литрлы банкаларга тултырабыҙ. 8-9 банка борщ килеп сыға.Ҡыш көнөндә итле, бәрәңгеле ашҡа һалып ебәрергә бына тигән ризыҡ әҙер! Фото һәм текст сығанағы: Сәләм телеканалы