“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперт-политологтар Республика Башлығын һайлауҙы ойоштороу кимәлен баһаланы, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Сәйәси фәндәр кандидаты Николай Евдокимов Башҡортостанда һайлауҙарҙың үҙенсәлеге булып бөтә парламент партияларынан да кандидаттарҙың күп булыуын билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, бындай хәл бөтә ерҙә лә күҙәтелмәй. Мәғлүм булыуынса, бөгөн һайлауҙар Рәсәйҙең тағы 25 төбәгендә бара. Политолог фекеренсә, һайлау һөҙөмтәләре буйынса халыҡтың килеүе ярайһы уҡ юғары буласаҡ. – Төбәк етәксеһен һайлау, ғәҙәттәгесә, халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем булыуы менән айырылып тора, улар был сәйәси ваҡиғаға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Мәҫәлән, парламент һайлауҙарына ҡарағанда ла юғарыраҡ, сөнки власть шәхсән ҡабул ителә. Төбәк башлығы һайлаусылар өсөн төбәк, йәмғиәт, мөһим мәсьәләләр өсөн яуап биреүсе кеше, – тип иҫәпләй Николай Евдокимов. Сәйәси фәндәр кандидаты Кирилл Фадеев фекеренсә, Башҡортостанда йәмғиәт ойошҡанлығы һәм эске яуаплылығы менән айырылып тора. Быны ул һайлауҙың беренсе көнөндә килеү кимәленең юғары булыуы менән аңлата. – Был сәйәси традиция БАССР заманында уҡ формалашҡан һәм ул эшләүен дауам итә, шуға күрә республика халҡы күпләп тауыш бирергә бара. Ҡағиҙә булараҡ, тауыш биреүҙең беренсе көнөндә айырыуса әүҙемлек күҙәтелә, ләкин эштә мәшғүлдәр быны һуңыраҡ, йәкшәмбелә башҡарасаҡ, – тип белдерҙе Кирилл Фадеев. Политолог шулай уҡ өс көнлөк тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тауыш биреү юғары буласаҡ тип иҫәпләй, һайлауҙарҙың тыныс барышына иғтибар иткән. – Бер ниндәй ҙә шау-шыу, ҡуҙғыу юҡ, барыһы ла тыныс һәм тигеҙ үтә. Кешеләр һайлауҙар – демократик процестың нормаль атрибуты тип күнеккән, – тип билдәләне Кирилл Фадеев. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан
Был сәйәси традиция БАССР заманында уҡ формалашҡан, ти политологтар
7 сентября 20247 сен 2024
1 мин