Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Рәхмәт” акцияһының икенсе уйынында 35 кеше отто!

6 сентябрь 20.00 сәғәттә “Рәхмәт” республика традицион акцияһының икенсе отош уйыны уҙғарылды. Унда 35 кеше еңеүсе булып сыҡты. Уларҙы рандомайзер программаһы – осраҡлы һандар генераторы – ярҙамында асыҡланылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: отош уйынын бойондороҡһоҙ комиссия күҙәтеп бара. Телевизорҙы Өфө кешеһе отто. Ике термопот Октябрьский һәм Өфө вәкилдәренә тапшырыласаҡ. “Лукошко” сауҙа селтәре магазиндарында 4 мең һумлыҡ тауар алыуға биш сертификат Өфөнән – ике, Белорет, Краснокама һәм Саҡмағош райондарынан берәр кешегә эләкте. Саң һурҙырғыс роботтар Башҡортостандың баш ҡалаһынан ике кешегә, шулай уҡ Благовещен, Архангель һәм Бишбүләк райондарында йәшәгәндәргә бирелә. Планшеттарҙы Ишембай районы һәм Өфө ҡалаһы вәкилдәре отто. Аҡыллы колонкаларҙың тиҙҙән буласаҡ хужалары Балтас, Яңауыл, Мәләүез, Көйөргәҙе, Салауат райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында йәшәй булып сыҡты. Ноутбук – Салауат ҡалаһына, ә мультиварка Мәләүез районына ебәреләсәк. Смартфондарҙы Өфө ҡалаһы, Белорет, Миш

6 сентябрь 20.00 сәғәттә “Рәхмәт” республика традицион акцияһының икенсе отош уйыны уҙғарылды. Унда 35 кеше еңеүсе булып сыҡты. Уларҙы рандомайзер программаһы – осраҡлы һандар генераторы – ярҙамында асыҡланылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: отош уйынын бойондороҡһоҙ комиссия күҙәтеп бара. Телевизорҙы Өфө кешеһе отто. Ике термопот Октябрьский һәм Өфө вәкилдәренә тапшырыласаҡ. “Лукошко” сауҙа селтәре магазиндарында 4 мең һумлыҡ тауар алыуға биш сертификат Өфөнән – ике, Белорет, Краснокама һәм Саҡмағош райондарынан берәр кешегә эләкте. Саң һурҙырғыс роботтар Башҡортостандың баш ҡалаһынан ике кешегә, шулай уҡ Благовещен, Архангель һәм Бишбүләк райондарында йәшәгәндәргә бирелә. Планшеттарҙы Ишембай районы һәм Өфө ҡалаһы вәкилдәре отто. Аҡыллы колонкаларҙың тиҙҙән буласаҡ хужалары Балтас, Яңауыл, Мәләүез, Көйөргәҙе, Салауат райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында йәшәй булып сыҡты. Ноутбук – Салауат ҡалаһына, ә мультиварка Мәләүез районына ебәреләсәк. Смартфондарҙы Өфө ҡалаһы, Белорет, Мишкә, Асҡын һәм Туймазы райондары вәкилдәре аласаҡ. Яңы велосипедҡа шулай уҡ Өфө кешеһе эйә буласаҡ, ә төп приз – питбайк – Салауат ҡалаһына оҙатыла. Отҡан билеттар тураһындағы мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтынан ҡарап белергә мөмкин. “Рәхмәт-2024” акцияһы буйынса бөтә ҡыҙыһындырған һорауҙар өсөн телефон – 8-927-333-45-22. 7 сентябрҙә 14.00 сәғәттә акцияның өсөнсө отош уйыны уҙғарыласаҡ. Фото: “Рәхмәт” акцияһын ойоштороусыларҙан.