Йылайыр районынынң Сәләх ауылында йәшәгән уҡытыусы һәм блогер Зөлфирә Таһированың ҡыҙыҡлы һәм тормошсан яҙмаларын һәр кем көтөп ала. Был юлы ул нисек сөсө икмәк бешереүе хаҡында бәйән иткән. "Яңы ғына килен булып төшкәнмен. Бейем сөсө икмәк баҫты ла:" Килен, ошоно бешереп алырһың, беҙ ҡунаҡҡа киттек, "- тип сығып киттеләр. Мин быға тиклем сөсикмәк тә, әсикмәк тә бешергәнем бар ине, әммә унда гел ҡартатай үҙе мейескә яға, ҡасан эште башларға өйрәтеп, эргәлә тора. "Мадааам, икмәгеңде ултырт, икмәгеңде әйләндер, икмәгеңде ал, "-тип күрһәтеп, иҫләтеп ултыра. Беҙҙең өләсәй йыш больницала ятты, ҡартатай шул саҡтарҙа минән бешертә торғайны. Ә былай күпселеген мин тышта эшләргә яраттым. Һыу ташырға, мал һуғарырға...Өйҙән 16 йәштә сығып киттем, артабан икмәк бешереү эләкмәне лә.Хәҙер бында киленмен бит инде, белмәһәм дә белергә тейешмен. Ярай, бешерермен, тип тороп ҡалдым. Тик әллә мейес ҡыҙыу булманымы, әллә һүрелтеп ташланыммы, икмәгем бешмәй, ап-аҡ булып тик ултыра. Шулай итеп, икмәк тәки бе
