Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кәбеҫтәне маринадлап ҡарағыҙ әле

Асҡын районының Әмир ауылының уңған хужабикәләре кәбеҫтә маринадларға өйрәтә. “Маринадланған кәбеҫтә үҙенсәлекле тәме менән айырыла, витаминдары ла һаҡлана. Көҙгө уңыштан тәмле ризыҡтар эшләгеҙ – файҙаһын күрегеҙ!” – ти улар. Рецебын да яҙабыҙ: 2 килограмм кәбеҫтә, 2 кишер, 1 әсе борос, 2 татлы борос, 1 стакан үҫемлек майы. Маринад өсөн бер литр һыу, 2,5 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 70 г аш һеркәһе кәрәк буласаҡ. Маринадланған кәбеҫтәне эшләү серҙәрен уңған хужабикәләр видеояҙмала уртаҡлаша. Әйткәндәй, Асҡын районының Әмир ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша, уларға уңыштар теләйбеҙ! Фото: видеонан скриншот. Видео: Әмир ауылы төркөмөнән (vk.com/club217813057)