Найти тему
Башҡортостан гәзите

Буласаҡ һайлаусы тыуған!

Йылайыр ауылынан Айҙар һәм Алина Дистановтарҙың ғаиләһе өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙың тәүге көнөндә күптән көтөлгән матур ваҡиға булған. Улар өсөнсөгә атай-әсәй булыу бәхетенә ирешкән. Йәш татыу ғаиләлә ике һөйкөмлө ҡыҙ - Сафина менән Арина үҫә. Яңы апай булған ҡыҙҙар әйтеүенсә, улар ҡустыһын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡаршы аласаҡ. Дистановтарҙы улдары тыуыу менән ҡотлайбыҙ, әсәгә һәм сабыйға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Районда күп балалы ғаиләләр һаны йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы, тимәк, дәүләт ата-әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү йүнәлешендә дөрөҫ аҙымдар эшләй. Фото: ғаиләнең шәхси архивынан Сығанаҡ авторы- Зөбәржәт Ғәдиәтова