Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугир ҡатыны тауыш бирҙе

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә йәшәгән йәш ҡатын, өс бала әсәһе Рәзилә Яубаҫарова республика Башлығын һайлауға беренсе көндә үк барҙы. Бөрйән районында тыуып үҫкән йәштәр был яҡта инде ун йылға яҡын ғүмер итә. Яңы йортта ҙур, матур фатирҙары бар. Ғаилә башлығы – М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряд яугире. Алдан да төрлө ерҙәргә хәрби командировкаларға даими йөрөгән егет махсус хәрби операция биләмәһенә лә тәүгеләр рәтендә ебәрелә. Әле лә хәрби бурысын үтәүҙе дауам итә, тейешле мәлендә отпусктарға ҡайтып тора. Урындағы балалар баҡсаһында эшләгән Рәзилә Фәрғәт ҡыҙы улын һәм ике ҡыҙын матур итеп ҡарай, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе гел ярҙам итеп тора. Ун йәшлек Илназ быйыл бишенсе класҡа барған, алты йәшлек Регина – балалар баҡсаһында, Йәсминәгә ете ай ғына әле. – Көндөҙ ҙә, төндәрен дә гел шуны теләйем: махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, тыныслыҡ килһен ине, – ти һоҡланғыс сабыр яугир ҡатыны. Фото Р. Яубаҫарованың шәхси архивынан.