Бөгөн республика Башлығын, урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауға Мәләүез районының Смаҡ ауылы ағинәйҙәре бергәләшеп, байрамса милли кейемдәрҙә килгән. “Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге өсөн тауыш бирҙек. Буласаҡ етәксе тыуған ергә тоғро, ғәҙел, әйткән һүҙендә тора белһен. Тормош алға барһын. Иң мөһиме – илдә тыныслыҡ урынлашһын”, - тип теләй хеҙмәт ветераны Фирүзә Шаһманова. Ағинәйҙәр бик татыу. Улар гел мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Илһөйәр, ирекмән апайҙар махсус хәрби операция башланғандан алып 120-гә яҡын маскировкалау селтәре үргән, яугирҙәргә йылы ойоҡбаш бәйләп, шәм әҙерләп, кәрәк-яраҡ һатып алып посылкалар ебәргән. “Ағинәйҙәр ойошмаһына ил яҙмышына битараф булмаған апайҙар йөрөй. Иң өлкәне 78 йәшлек Миңзәлә Шаһманованың улдары ла Чечен Республикаһында, Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Хөснә Иманғолованың улы махсус хәрби операцияла һәләк булды, Зилә Үҙәнбаеваның улы хәбәрһеҙ юғалды, Фәриҙә Үҙәнбаеваның улы яуҙа йөрөй. Ғәлиә Татлыбаева яугирҙәр имен йөрөүен теләп аят уҡый, ялға ҡайтҡан һалдаттар беҙҙең менән осрашыуға килә. Беҙ махсус хәрби операция бөткәнсе ярҙам итәсәкбеҙ, тип һүҙ бирҙек. Аҙнаһына ике тапҡыр селтәр үрергә йыйылабыҙ. Ил, республика менән аҡыллы башлыҡ етәкселек итһен, тыныслыҡ урынлашһын, тип теләйбеҙ”, – ти ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова.2589-сы һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Светлана Таштимерова әйтеүенсә, Смаҡ, Яҡтыкүл, Исламғол, Яңауыл, Бәләкәй Шәрип, Арыҫлан, Береговка, Красногорский утарынан 969 кеше теркәлгән. Шуларҙың бишәүһе - беренсегә һайлай, һаулығы сәбәпле йөрөй алмаған 104 кеше өйҙә һайлауға ғариза биргән.