Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлауға ҡағылышлы фейк яңылыҡ таратып маташҡандар

“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге сираттағы спикер, Хоҡуҡ институтының кафедра доценты, юридик фәндәр кандидаты Игорь Александрович Кузнецов махсус хәрби операцияның төбәк һайлауҙарына йоғонтоһо тураһында һөйләне. Игорь Александрович белдереүенсә, ул юрист ҡына түгел, блогер ҙа, спортсы ла булып тора. Интернет селтәрендә һайлауға ҡағылышлы постарҙы күҙәтеп бара һәм кешеләргә уға ышанырҙан алда тәүҙә тикшерергә кәңәш итте. – Кисә интернет аша халыҡ менән аралштым, сөнки “Бәйләнештә” селтәрен бюллетендәрҙе боҙоу тураһында фейк яңылыҡ менән тултырҙылар. Асыҡланыуынса, улар элекке һайлауҙан булған бюллетендәрҙе күрһәтеп, ялған мәғлүмәт таратып маташалар. Шуға ла ошондай мәғлүмәттәрҙе тикшермәйенсә, ышанырға, хис-тойғоларға, уйҙырмаларға бирелергә ярамай, – тине Игорь Александрович. Игорь Кузнецовтың әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланғас, халыҡ күпләп уҡый, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башланы, берҙәм булып тупланды, илһөйәрлек тойғоһо көслө, шуға ла һайлауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан