Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында сираттағы “Балаңды спортҡа килтер” фестивале үткәрелде. Сараға төрлө йәштәгеләр йыйылды. Байрам чемпион менән зарядканан башланды. Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса беренселегенең 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ике тапҡыр еңеүсе тип танылған Илья Кандалин һәм Рәсәйҙең бокс буйынса 66 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ике тапҡыр беренселек яулаусы, БРИКС илдәре спорт уйындары еңеүсеһе Азалия Әминева ҡатнашты. Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин республиканың Спорт министрлығы наградаларын, “Рәсәй спорты мастерлығына кандидат” билдәһен, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләрен тапшырҙы. Фестиваль барышында шулай уҡ спорт оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде һәм ГТО тест тапшырыуы муниципаль үҙәге майҙансығы ойошторолдо. Унда һәр кем үҙ көсөн һынай алды. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.