Өфөләге фехтование үҙәге XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы үткәрелгән ваҡытта асылыр тип көтөлә. "Рәсәй - спорт иле" халыҡ-ара спорт форумы илдең төрлө ҡалаларында үткәрелә. 2024 йылда, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, сара Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 17-19 октябрҙә үтә. Форум үткәреүгә өс спорт объекты төҙөлөшө – Көрәш һарайы, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы һәм Фехтование үҙәге төҙөлөшө планлаштырылған. Фехтование үҙәгенә Рәмил Әйүпов исеме бирелер тип көтөлә. Бина майҙаны 6 287 квадрат метр тәшкил итә. Унда 373 урынлыҡ тамашасылар трибуналары булған универсаль спорт залы, туғыҙ фехтование урыны, балконы, 16 фехтование урыны булған махсуслашҡан спорт залы, тренажерҙар залы, судьялар, комментаторҙар бүлмәләре, медицина-тергеҙеү блогы һәм башҡалар урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Фехтование үҙәге эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамлана, эске биҙәкләү эштәре бара, бина фасадын монтажлау буйынса эштәр тамамланған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) һәм “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” (национальный проект “Долгая и активная жизнь”) милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың спорт министрлығы.