Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлау көнө иҫтәлекле ваҡиғаларға бай

Һайлау кампанияһының беренсе көнө Әлшәй районында бик ойошҡанлы үтеп, төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар менән үрелеп барҙы. Мәҫәлән, һайлау участкаһы урынлашҡан Раевка ауылы мәҙәниәт һарайының ЗАГС бүлегендә МХО яугире Илнар Хәбибуллин менән Альбина һылыуҙың никахы теркәлде. Уларҙың мөхәббәт тарихы тураһында матур йөкмәткеле яҙма менән район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин уртаҡлашты. “Әлшәй районында махсус хәрби операция яугире Илнар Хәбибуллин һәм уның һөйгәне Альбина мөнәсәбәттәрен теркәне. Илнар менән Альбинаның мөхәббәт тарихы айырым хикәйәләүгә лайыҡ. Илнар махсус хәрби операция зонаһына өлөшләтә мобилизация башланған мәлдә – 2022 йылдың сентябрендә юллана. 2023 йылдың яҙында ул отпускыға ҡайтырға йыйынған була, ләкин аяғы яраланып, госпиталгә эләгә. Дауаланғандан һуң Илнарға артабан танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тәҡдим итәләр. Ул ризалаша, сөнки йәштән үк техниканы бик һәйбәт белә. 2023 йылдың 22 сентябрендә көслө алыш барған Запорожье өлкәһендә хәрби бурысын үтәгәндә Рәсәй танкыһына дошман дроны һөжүм итә. Машина яна башлай. Илнар ялҡын ялмаған машинанан үҙаллы сығып, ышыҡ урынға йәшенә ала. Уны һәләк булғандар исемлегенә индерәләр. Бәхеткә күрә, тиҙҙән осраҡлы рәүештә беҙҙең һалдаттар егетте табып ала. Ә был ваҡытта Илнарҙың ата-әсәһенә егеттең һәләк булыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр килә. Улар улдарының үлеменә ышанырға теләмәй... Госпиталдән яһалған шылтыратыуҙы ишетеп, атай менән әсәйҙең шатлығының сиге булмай. Тәненең 50 проценттан ашыу өлөшө янған Илнарҙың ғүмере өсөн табиптар бик оҙаҡ көрәшә. Ул өс айҙан ашыу госпиталдә ята. Илнар үҙенең имен ҡалыуын мөғжизә тип һанай. Йәштәргә ихлас күңелдән бәхет, мөхәббәт, оҙон парлы ғүмер теләйем! Уларҙың союзы ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ һәм тиңһеҙ мөхәббәт символы булһын!” – тип яҙҙы Дамир Мостафин. ЗАГС бинаһында йәш парҙы район етәкселеге, дуҫтары һәм туғандары ҡотланы. Сығанаҡ: vk.com/mustafin1959