Өфөләге Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация һәм мәғариф үҙәгендә төҙөлөш һәм капиталь ремонт эштәре тамамланып бара. Объекттың төҙөлөш әҙерлеге 99 процент тәшкил итте. Элекке “Салют” шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан комплекс быйыл көҙ ишектәрен асасаҡ. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. - Объект төбәктәге балалар өсөн ҙур реабилитация һәм йыһазландырыу кимәле буйынса илдәге иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе буласаҡ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Балалар үҙәге төҙөлөшө һәм капиталь төҙөлөш эштәре өс сираттан тора. Әлеге ваҡытта 400-ҙән ашыу кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Подрядсы төҙөлөш конструкцияларын нығытыу, йылытыу һәм кондиционер системаларын монтажлау, тәҙрә конструкцияларын алмаштырыу кеүек эштәрҙе атҡарған. Үҙәктең төп үҙенсәлеге: мәктәп, медицина блогы, йәшәү өсөн стационар һәм спорт комплексы кеүек бер нисә ойошмаларҙы берләштерәсәк. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.