Иң әүҙем һайлаусылар Асҡын районының Башҡортостан ауылында! Улар 100 проценты менән кисә иртәнге сәғәт 9-ҙа уҡ гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы һайлау участкаһына улар ҡыр-танып ырыуының милли кейемендә килде. –Әгәр беҙ Башҡортостан Башлығын һайлайбыҙ икән, үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙә килергә тейешбеҙ, тип кәңәш итте ололар. Барыбыҙ ҙа шатланып килештек. Беҙҙе алырға автобус килде, байрамға йыйынғандай матур итеп кейенеп, биҙәнеп Иҫке Ҡаҙансылағы һайлау участкаһына киттек. Һайлауҙа ҡатнашмаған бер ауылдашыбыҙ ҙа юҡ, – тине ауыл старостаһы Гөлназ Суфиянова. Фото: https://vk.com/askino_bashkortostan