Башҡортостанға Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора килде. Ул журналистар менән “Башҡортостан Башлығын Һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә аралашты. – Башҡортостанда һайлау процесының нисек барыуын ҡарарға килдек, бөгөн республикала тәүге эш көнөбөҙ. Тәү сиратта мониторинг стандарттарына ярашлы һайлау процесын ойоштороуға иғтибар итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Ирина Киркора. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә тауыш бирергә мөмкин. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан