Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы ла бер матур күренеш – өлкән йәштәге апайҙар милли кейемдәрҙә тауыш бирә

“Башҡортостан Башлығын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Яңыраҡ журналистар менән бәйләнешкә Краснокама районының 2366-сы һайлау участкаһынан күҙәтеүсе блогер Земфира Сәғитова сыҡты. Ул Ҡуян ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. – Беҙҙең һайлау учаскаһы мәктәп бинаһында урынлашҡан. Бында байрам мөхите тантана итә. Ауылды йәмләп милли йыр-көйҙәр ағыла. Гражданлыҡ бурысын үтәүҙә халыҡ әүҙем ҡатнаша. Һайлауға ғаилә менән килеү традицияға әйләнде – балалар, ялға ҡайтҡан студенттар менән бергәләп киләләр. Тағы ла бер матур күренеш – өлкән йәштәге апайҙар милли кейемдәрҙә тауыш бирә, – тип һайлау барышы тураһында һөйләне Земфира Афнан ҡыҙы. Шуны ла билдәләргә кәрәк, һайлауҙа күҙәтеүсе блогерҙарҙың күпселеге мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, Мәләүез районындағы 3473-се һайлау учаскаһында күҙәтеүсе блогер Аэлита Флүр ҡыҙы Әхмәтова Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Өфө ҡалаһындағы 3473-се һайлау участкаһындағы күҙәтеүсе блогер Татаьяна Ивановна Рогова 178-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан