Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Боҙолған бюллетендәр һанын һайлауҙың өсөнсө көнөнән һуң ғына беләсәкбеҙ

“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова республика Башлығын һайлауҙың беренсе көнө йомғаҡтарына аңлатма бирҙе. – Бөгөн участкаларҙа 13 мең йәмәғәт күҙәтеүсе эшләне. Күҙәтеү етди булды. Йәмәғәт күҙәтеүселәренән тыш, кандидаттарҙың үҙҙәренең дә күҙәтеүселәре булды. Теркәлгән боҙоуҙар юҡ, – тине Лида Исаргакова. Эксперт шулай уҡ һайлау киңлеген РФ Йәмәғәт палатаһынан коллегалары күҙәтеүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, боҙолған бюллетендәр тураһында ялған мәғлүмәт булған. – Боҙолған бюллетендәр һанын һайлауҙың өсөнсө көнөнән һуң ғына белербеҙ, – тип аңлатты Лида Исаргакова. Спикер билдәләүенсә, һайлаусылар участкаларға велосипедта, хатта аттарҙа ла килә. Иртәнге сәғәт 9-ға 100 процент тауыш биргән ауылдар булған. – Һайлаусыларҙың әүҙемлеге юғары булды. Участкалар буш тормай. Күҙәтеүселәрҙән алты меңгә яҡын хәбәр алдыҡ, йәғни һәр участканан тиерлек, - тип йомғаҡ яһаны спикер. Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов иһә сығышында әүҙем эшләгән киң мәғлүмәт сараларын билдәп үтте. Был йәһәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, “Юлдаш” радиоһы, Радио FM, “Башҡортостан” гәзите күп материалдар баҫтырған. Рәмилә МУСИНА фотоһы.