Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге көнө нисек үтте?

Бөгөн иртә менән Башҡортостанда өс көнлөк һайлау башланды. Кешеләр Башҡортостан Башлығын һайлай, шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа урындағы советтарға депутаттар өсөн тауыш бирәләр. Һайлауҙың тәүге көнө нисек үтте? Түбәндәге яҙмала. Кешеләр иртә менән килде Традицион рәүештә һайлауҙар – ул һәр ваҡыт ҙур халыҡ байрамы кеүек – тәүҙә “эшлекле программа”, һуңынан шатлыҡ, йылмайыу һәм яҡшы кәйеф. Һайлау участкалары эшләй башлаған тәүге сәғәттә үк ҙур булмаған сираттар барлыҡҡа килде. Кешеләр участкаларға иртән эш алдынан килеп гражданлыҡ бурысын үтәне, ә кискеһен тыныс күңел менән баҡсаларына юлланды. Күптәргә эш биреүселәр бер аҙ һуңғараҡ килергә рөхсәт иткән, тик хеҙмәткәрҙәр оҙағыраҡ йоҡлаһын өсөн түгел, ә тап тауыш бирергә барһын тип. Тәүге көндә иң ҙур иртәнге әүҙемлекте Дүртөйлө, Баймаҡ, Белорет, Саҡмағош райондары күрһәткән. Матур йолаға ярашлы, һәр саҡтағыса Асҡын районының Башҡортостан ауылы кешеләренә етеүселәр булманы. Иртәнге туғыҙҙа уҡ халыҡтың 100 проценты тауыш бирергә килгән! Улар үҙҙәренең милли кейемдәрен кейәгән һәм автобусҡа ултырып һайлау участкалары урынлашҡан Иҫке Ҡаҙансы ауылына барған. Ә ике әхирәт – Шишмә районының Пенза ауылынан Нурия Иманғолова менән Бикҡол ауыланан Альвина Сәфәрғәлина автобус көтөп тормаҫҡа булған һәм һайлау участкаһына велосипедтарҙа елдергән. Был әҙме, күпме – бер яҡҡа биш километр һәм кире яҡҡа шул уҡ ара. Стәрлетамаҡ районында беренселәрҙән булып Фатима Кинйәбулатова тауыш биргән, уға сентябрҙә 100 йәш тула! “Ейәндәрем һәм бүләләремдең имен республикала йәшәүен теләйем, бөтәһенең дә эше булһын, халыҡтар араһында тыныслыҡ урынлашһын”, – тигән ул. Викингтар, динозаврҙар һәм бесәйҙәр тауыш бирҙе Федоровка ауылындағы һайлау участкаһында күп һанлы тауыш биреүселәр араһында ғәҙәти булмаған парҙы күреп ҡалғандар. Ағалы-апалы Арыҫлан менән Ярослава Абдрахмановтар – һайлауға тарихи костюмдарҙа килгән. Уларҙың һүҙҙәренсә, улар һайлауға даими, бөтә ғаиләһе менән йөрөй, ә тарихи костюмдарҙа улар үҙҙәренә лә, башҡа тауыш биреүселәргә лә байрам кәйефен булдырыу өсөн килгән. “Кешеләр менән матур кәйефебеҙҙе уртаҡлашырға теләнек. Һайлау – ағайым менән беҙҙең ҡала һәм республика тормошонда ҡатнашыу мөмкинлеге тип иҫәпләйем”, – ти Ярослава. Өфөләге бер участкаға иһә шундай һөйкөмлө ике динозаврик килгән. Был – атай менән ул булып сыҡты, улар ҙа үҙҙәренең һәм башҡа кешеләрҙең кәйефен күтәрергә теләгән. Белорет районындағы һайлау участкаһында йомшаҡ “тауыш биреүсе”не күргәндәр. Урындағы кешеләр һайлауға бесәйҙәре Симон менән бергә килгән. “Ул бөтә һайлау комиссияһының йөрәген яулаған”, – тиҙәр район хакимиәтендә. ЗАГС-тан һуң – һайлауға Был йомала республиканың барлыҡ мөйөштәрендә туйҙар ҙа үтте. Тантаналы теркәлеү йәки никахтан һуң бәхетле йәштәр шунда уҡ участкаларға юлланған. Асҡын районында Азамат Мөхәмәҙиев менән Елена Сухорукова иртәнсәк мәсеткә барған, унда уларға никах уҡығандар. “Һуңынан беҙ республиканың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙек. Беҙҙең өсөн үҙебеҙ булдырған ғаилә бик мөһим, һәм беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ – ул беҙ йәшәгән һәм яратҡан республика. Шуға күрә тап республика Башлығын һайлау көнөндә берлектәге тормошобоҙҙо башларға ҡарар иттек”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Азамат. Абҙаҡ ауылындағы һайлау участкаһына тотош туй кортежы килгән. Ғаилә хәлен теркәүҙән һуң Фәнзәлиә Биҡҡужина менән Жәнишбәк улу Исламбәк һәм уларҙың туғандары республика Башлығын һайлауҙа тауыш бирергә хәл иткән. Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылында һайлау участкаһында яңы өйләнешкән Элина һәм Илнур Вәлитовтар тауыш бирҙе. 2469-сы участка һайлау комиссияһы ағзалары йәштәрҙе йылы ҡаршы алды һәм байрамдары менән ҡотланы. Ҡыйғы районынан йәштәр Зилә һәм Эдгар Исламовтар туй көнөн билдәләгәндә уның һайлауҙың мөһим көнөнә тура килерен белмәгән дә. Әммә, белеп ҡалғас, юғалып ҡалмағандар, киреһенсә, ҡыуанғандар! Улар быны республикабыҙҙың һәм райондың яҡты киләсәгенә ғаилә өлөшө индереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек тип иҫәпләй. Туймазыла һайлау участкаһына игеҙәктәр Зита һәм Гита Маризоевалар килгән. Был исемде уларға Һинд фильмдарын яратҡан өләсәһе ҡушҡан, тип һөйләне ҡыҙҙар. “Беҙ бер-беребеҙҙән айырылғыһыҙ, фильмдағы Зита менән Гита кеүек үк. Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, тормошҡа ҡараштарыбыҙ бер, хатта бер иш кейенәбеҙ. Беҙҙә – күп балалы ғаилә, беҙҙән башҡа, унда тағы дүрт бала бар. Былтыр беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тауыш биреүҙә ҡатнашманыҡ. Шуға күрә бөгөн беҙҙә дебют , – тип һөйләгән игеҙәктәр “Туймазинский вестник” баҫмаһына. – Һайлау участкаһына тыуған көнөбөҙҙә килдек - бик шәп бүләк килеп сыҡты. Беҙгә шул тиклем иғтибар!” Зита менән Гита Туймазы медицина колледжының дүртенсе курсында уҡый. Уны тамамлағандан һуң улар юғары медицина белеме алырға планлаштыра. Әлбиттә, был көндө һайлау участкаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күп булды, улар әле өйҙәренә отпускыға ҡайтҡан. Благовар районы Мирный ауылында “Бесс” позывнойлы яугир һайлауға үҙенең юбилей көнөндә тәүгеләрҙән булып килгән. “Мин дөрөҫлөк, тыуған республикамдың тыныслығы һәм сәскә атыуы өсөн тауыш бирҙем, – ти яугир. – Әле тыуған ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһон күрһәтеү һәм дөрөҫ юл һайлау бик мөһим. Шәхсән минең өсөн был принципиаль позиция”. Краснокама районында участкаға ғаиләһе менән бергә “Дуҫ” килгән. “Һайлауҙы бер ҡасан да ҡалдырмайым, 18 йәшемдән унда әүҙем ҡатнашам. Бынан алдағы һайлауҙарҙа, ил Президентын һайлағанда, махсус хәрби операция биләмәһендә булдым – унда тауыш бирҙем. Был юлы иһә өйҙәмен – әлбиттә, бындай ваҡиғаны ҡалдыра алманым, һәр кемдең үҙ хоҡуғы менән файҙаланыу һәм лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреү – изге бурысы бит”, - ти ул. Мәләүез районынан “Сысҡан” позывнойлы хәрби хеҙмәткәр Алексей ҡайнағаһы “Комета” позывнойлы Дмитрий менән участкаға килгән. “Мин бер ҡасан да тауыш бирергә барырғамы, юҡмы икәненә шикләнгәнем булманы. Һайлауҙа ҡатнашыу беҙҙең ғаилә традицияһына әүерелде, ә минең ҡатыным Кристина хатта участка һайлау комиссияһы составына инә. Кем өсөн тауыш бирергә кәрәклеген һәр кем үҙе хәл итә. Ләкин тыуған ауылым, районым йәки республикам ниндәй буласағын хәл иткән саҡта өйҙә ҡалырға ярамай. Бөгөн мин юлдар һәм мәктәптәр төҙөлһөн, медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге өсөн тауыш бирҙем, ә бының өсөн һайлауҙарға йөрөргә генә кәрәк”, - тигән Алексей. “Рәхмәт” еңеүселәре бүләктәрен алдылар Йома кис ҡиммәтле бүләктәр уйнатыуға тәүге йомғаҡ яһалды. Кешеләр кофемашина, мультибешергес, термопот, саң һурҙырғыс-роботтар, магазиндарға сертификаттар, ноутбуктар, велосипедтар һәм квадроциклдар һәм башҡа бик күп бүләктәр алды. Өфөнән Анастасия Патрикеева “Рәхмәт-2024” акцияһы бүләктәрен уйнатыуҙың беренсе этабы йомғаҡтары буйынса ноутбук отто. “Миңә бындай уңыш тәүге тапҡыр йылмайҙы. Күңелгә ятышлы нәмәләрҙе файҙалы нәмә менән аралаштырып алып барҙым. Файҙалыһы – тауыш бирҙек, ә яҡшыһы – отош. Минең ике балам бар, береһенең компьютеры бар, икенсеһенең юҡ. Кәрәге тейәсәк хәҙер. Һәр ваҡыт уңышҡа ышанырға кәрәк. Мин иртәнсәк тауыш бирҙем, теркәлдем. Һәм бына хәҙер шундай күңелле көтөлмәгән хәл”, - тип билдәләне еңеүсе. Өфөнән Мавриндар ғаиләһе шулай уҡ “Рәхмәт-2024” акцияһы бүләктәрен уйнатыуҙың беренсе этабында еңеүсе булды. Улар бүләккә телевизор алды. “Беҙгә шылтыратып, бүләк тапшырыуға саҡырғас та ышанманыҡ. Хәҙер, ошо телевизорға ҡағылғас ҡына, еңеүемде аңланым”, - тигән Эльвира. Уйындар шәмбе көндө лә, йәкшәмбелә лә үтәсәк. Бөтәһе 300-ҙән ашыу бүләк уйнатыла, шул иҫәптән өс фатир, машина һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр бар.