“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһаған Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов хәбәр итеүенсә, һайлау көнөндә тауыш биреү хоҡуғы булған 2 997 815 кешенең 873373-ө тауыш биргән, йәғни 29,41 процент. Райондар араһында тауыш биреү буйынса беренсе урында Балтас – 47,23 процент, икенсе урында Салауат районы – 46,15 процент, өсөнсө урында Ейәнсура районы – 45,95 процент. Ҡалалар араһында Күмертау беренсе килә – 32,27 процент, Нефтекама икенсе – 30,41 процент, Ағиҙелдә һайлаусыларҙың 30 процентҡа яҡыны тауыш биргән. Белеүебеҙсә, Мәскәү ҡалаһында ла Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашырға мөмкин. Ундағы махсус һайлау участкаһына әлегә 90 кеше килгән. Республикала һайлау бырышын 115 киң мәғлүмәт сараһы, 457 журналист һәм фотохәбәрсе яҡтырта. 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләй. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына төрлө һорауҙар буйынса 116 мөрәжәғәт килгән. Һайлау тағы ла ике көн дауам итәсәк. Мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалмағыҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан