Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ауыл халҡы һайлауҙы байрамдай ҡабул итә”

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов та ҡатнашты. Ул үҙенең тыуған ауылы Иҫке Мусала гражданлыҡ бурысын үтәне. – Бәләкәйҙән иҫтә ҡалған: ауыл халҡы һәр саҡ һайлауға байрамға барғандай йөрөй торғайны. Һайлау участкаһында музыка уйнаны, концертттар ойошторолдо. Был матур традиция әле лә дауам итә, – тине ул. “Яҡташыбыҙ Тимерғәле Рәлис улы махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Һуңғы тапҡыр гуманитар йөк илткәндә ул ут аҫтына эләкте. Уның машинаһына дрон-камикадзе һөжүм итте. Депутат йәрәхәттәр алды, дауаханала дауаланды. Хәҙер бөтәһе лә яҡшы. Дауахананан сығыу менән иң тәүҙә һайлау участкаһына йүнәлде”, – тип яҙа “Кармаскалинская новь”. Фото: https://vk.com/feed #АлгаВсейСемьей #ВсейСемьей02 #алгаКармаскалинскийрайон