Туймазыға һайлау участкаһына Валентина Николаевна Арефьева – ҡалала иҫән ҡалған берҙән-бер блокадалы Ленинградта йәшәүсе ҡатын килде. Хәҙер уға 89 йәш, әммә ул һау-сәләмәт. Валентина Николаевна һайлауға төштән һуң килде. Иртәнсәк ул көн һайын урындағы сиркәүгә – Изге Андреев ҡорамына йөрөй. – Хеҙмәттән һуң иҙән йыуҙым һәм шунда уҡ һайлау участкаһына киттем. Аяҡтарым, Аллаға шөкөр, йүгерә. Табиптар буйлап йөрөмәйем тиерлек. Уның ғаиләһе Башҡортостанға Ленинградты азат иткәндән һуң эвакуацияланған. Бер нисә ай Шаран районында йәшәгәндәр, һуңынан Туймазы районына күскәндәр. Ул Башҡортостанды икенсе тыуған иле тип иҫәпләй. – Һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы йылдарҙа беҙгә аслыҡтан һәм һыуыҡтан үлергә бирмәгән кешеләрҙе һәр ваҡыт рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Әсәйем һөйләүенсә, кешеләр беҙгә – блокаданан сыҡҡандарға ҡарарға килә ине лә, илай-илай, йорттарында булған бөтә нәмәне - ризыҡты, кейем-һалымды ташый ине. Арефьева тормошона бер ҡасан да зарланмай. Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ауырлыҡ кисергән кеше һәр ваҡ-төйәктең ҡәҙерен белә, ти. Ханымдың шәхси тормошо яҡшы була: кейәүгә сыға, өс бала таба. Туймазы ит комбинатында эшләй, дарыуханала кассир була. Валентина Николаевна ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, пенсияһының бер өлөшөн МХО-лағы хәрби хеҙмәткәрҙәргә даими тапшыра. Былтыр ул хатта “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнде. Фото: tuvest.ru