Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда һәр милләт үҙ-ара татыу йәшәй

Әбйәлил районының Михайловка ауылында урынлашҡан 805-се һайлау участкаһында Анна Николаевна Казармщикова һәм Әнүзә Истамғол ҡыҙы Кәримова тауыш бирҙе. Күршеләр һайлауға милли кейемдәрҙә килгән! Уларҙың һайлауға дуҫтарса килеүе Башҡортостанда төрлө милләттәрҙең берҙәм һәм татыу йәшәүен тағы бер тапҡыр иҫбатлай. - Беҙ күрше генә түгел, күп йылдар Әнүзә Истамғол ҡыҙы менән дуҫбыҙ, - ти Анна Николаевна. - Ситтә ҡала белмәйбеҙ. Буласаҡ республика Башлығы өсөн тауыш бирергә килдек. Күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуын һәм, иң мөһиме, тыныслыҡтың бөтә ер йөҙөндә булыуын теләйем! Әнүзә Истамғол ҡыҙына 64 йәш, Анна Николаевнаға оҙаҡламай 70 йәш тула. Үҙ йәштәрендә ике күрше-әхирәт һәр ваҡыт әүҙем булып ҡала, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, ауылды үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнашалар. Мәҫәлән, Анна Казармщикова күптән түгел Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары А.Бадрановтан намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Рәхмәт хатын алған. Сығанаҡ һәм фото: “Абзелил” гәзите