Өфөлә “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Унда төбәктең үҙәк һайлау комиссияһынан тауыш биреү барышы, һайлауҙар үткәреү мәсьәләләре буйынса бөтә оператив мәғлүмәт туплана. Сираттағы спикер Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының ағзаһы, “Ирекле йәмәғәт күҙәтеүе” порталының “карта” менән эшләү буйынса төркөм координаторы Алексей Елизарьев белдереүенсә, һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүе йылдан-йыл үҫешә, порталға инеп мәғлүмәт алырға мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 4-кә 5600-ҙән ашыу мәғлүмәт килгән, уларҙың 3700-ҙән ашыуы эшкәртелгән. – Дөйөм алғанда, һайлау буйынса ыңғай күренеш күҙәтелә, халыҡ ихлас тауыш бирә, төрлө милли кейемдәрҙә, карнавал костюмдарында килә. Хатта 92 йәшлек һайлаусы барып тауыш бирҙе. Бер генә фейк мәғлүмәт теркәлде, – тине Алексей Николаевич. Йәмәғәт матбуғат үҙәге һайлауҙың өс көнөндә лә эшләйәсәк, 6 сентябрҙән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем. Ғәҙәттәгесә, был көндәрҙә төрлө брифингтар, шул иҫәптән һайлау кампанияһы барышын күҙ