Балтас районының Маты ауылында урынлашкан 1180-се һайлау участкаһына килеүселәрҙе ҡайнар сәй һәм тәмле ҡоймаҡ менән ҡаршы алалар.Ошонда уҡ сәскә байрамы ла ойошторолған. Һайлауға килгән һәр кем матурлыҡҡа һоҡланып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтып китә. Һайлауға олоһо ла, йәше лә әүҙем килә. Ауылдаштар яҡшы, тыныс тормош өсөн тауыш бирә, республиканың , балалар һәм ейәндәренең яҡты киләсәгенә өмөт тота.Ауыл халҡы берҙәм, үҙ-ара аралашырға ярата. Һайлауға килгән һәр кем яҡташтарының хәлен белешеп, сәй артында әңгәмә ҡороп, күтәренке күңел менән таралыша. Кемдер фотоға төшә, кемдер сәскәләр үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Матылар ҙур теләк һәм яҡты өмөттәр менән гражданлыҡ бурысын үтәй. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-09-06/kaynar-ch-y-m-koymaklar-bel-n-karshy-aldylar-3914429?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580