Найти тему
Башҡортостан гәзите

Велосипедта елеп кенә!

Альвина Сәфәрғәлина Бишбүләк районының Бикҡол, ә Нурия Иманғолова Шишмә районының Пенза ауылынан. Улар айырылғыһыҙ дуҫ, бик яҡын әхирәттәр. Башҡортостан Башлығын тәүгеләрҙән булып һайлау, участкаға тиҙерәк барып етеү өсөн автобусты көтөп тормай, велосипедта барырға булалар, тип яҙа “Светлый путь”. Дурасов ауылына тиклем биш километр, өҫтәүенә кире әйләнеп ҡайтырға кәрәк.Әммә улар күңел төшөнкөлөгөнә бирелә торғандарҙан түгел, һәр нәмәнән яҡшылыҡ табырға мөмкин. Гражданлыҡ бурыстарын үтәгәндән һуң пенсионерҙар “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашҡан, таныштары менән аралашҡан, иҫтәлеккә фотоға төшкән. Улар ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, скандинавтарса йөрөү менән мауыға, тормоштан йәм табып йәшәй. Пенсияла һис тә күңелһеҙ түгел, ти улар. Фото: https://vk.com/club156215055