Благовещенда, 1490-сы һайлау участкаһында 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәев тауыш биргән. Тыуған иленең патриоты булараҡ, фронтовик үҙенең гражданлыҡ позицияһын яҡлай, шуға күрә бөгөн тауыш биреүҙең беренсе көнөндә республиканың киләсәген һайлай. Ул төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа даими ҡатнаша һәм һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килә. Тауыш биргәндән һуң ветеранға иҫтәлекле бүләк тапшырғандар һәм әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдергәндәр. – Беҙҙеке кеүек күп милләтле республиканың көслө һәм аҡыллы етәксеһе булырға тейеш, – тип билдәләне Фәрит Кәбир улы. – Халыҡ шуны аңларға тейеш: Башҡортостаныбыҙҙың ниндәй булыуы уларҙың һайлауынан тора. Райондың берҙән-бер иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәев Сахалинды һәм Курил утрауҙарын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, ул ун йылға яҡын армияла хеҙмәт иткән. Данлы юл үткән, уның күкрәктәрендәге бихисап наградалары ошо хаҡта һөйләй, улар араһында I дәрәжә Ватан һуғышы ордены ла бар. Фото: blagpanorama.com