Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Француз" гражданлыҡ бурысын үтәне

Төбәк Башлығын һайлауҙа махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡатҡан яугирҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылы һайлау участкаһында «Француз» позывнойлы яугир үҙенең тауышын бирҙе. Ул әле өйҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялда."Һайлауҙа ҡатнашыу – үҙ гражданлыҡ бурысымды үтәүҙе мөһим тип иҫәпләйем", - тип белдерҙе яугир. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола. Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан